Мәләүез

Мәләүез
Мәләүез
Герб
Нигеҙләү датаһы XVIII быуат
Рәсем
Рәсми атамаһы Мәләүез
Рәсми тел башҡортса‎ һәм урыҫ теле
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Мәләүез ҡалаһы ҡала биләмәһе[d][1] һәм Мәләүез районы
Административ-территориаль берәмек Мәләүез районы, Стәрлетамаҡ өйәҙе һәм Стәрлетамаҡ кантоны
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d]
Халыҡ һаны 56 505 кеше (2021)[2]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 170 метр
Майҙан 32 км²
Почта индексы 453850
Рәсми сайт admmeleuz.ru
Иң тәүге яҙма ваҡыты 1753
Урындағы телефон коды 34764
Карта
 Мәләүез Викимилектә

МәләүезБашҡортостан Республикаһы Мәләүез районының үҙәге, республика әһәмиәтендәге ҡала, Мәләүез йылғаһының Ағиҙелгә ҡойған ерендә урынлашҡан. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 61 390 кеше[3], 2018 йылдың 1 ғинуарына халыҡ һаны 58 004 кеше булған. Почта индексы — 452530, ОКАТО коды — 80 223 822 001.

Ул XVIII быуаттың 70-се йылдарында Ырымбур трактында уңайлы сауҙа үҙәге булараҡ барлыҡҡа килгән, 1938 йылдан алып — эшселәр ҡасабаһы, 1958 йылдан — ҡала.

Никах һарайы
Мәсет

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәләүез — республиканың мөһим транспорт үҙәге, бында Өфө—Ырымбур автомобиль һәм тимер юлы, район-ара автомобиль юлдары үтә. Бында химия, аҙыҡ-түлек, еңел сәнәғәт һ.б. тармаҡтар үҫешкән.

Ҡалалағы төп предприятиелар:

  • Мәләүез минераль ашламалар производство берекмәһе
  • Шәкәр заводы
  • Һөт консервалау завода
  • Ит комбинаттары
  • Спорт аяҡ кейемдәре эксперименталь комбинаты
  • Ағас эшкәртеү предприятиеһы
  • Кирбес заводы
  • Тимер-бетон конструкциялар заводы
  • Элеватор

Мәғарифы һәм мәҙәниәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәләүездә тиҫтәнән ашыу дөйөм белем биреү мәктәптәре (шулар араһында Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһы), музыка, художество һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе, механика-технология техникумы, һөнәри белем биреү училищелары бар.

Бында тыуған яҡты өйрәнеү музейы, китапханалар, клубтар, дауаханалар эшләй.

Ҡала халҡы тиҫтәләгән спорт комплекстарына ла ихлас йөрөй. Ат спорты буйынса «Толпар» һәм «Уҡсылар» спорт комплекстары йәштәрҙе лә, өлкәндәрҙе лә йәлеп итә. Мәләүездең үҙәк урамында, Мәләүез йылғаһы ярында урынлашҡан район һәм ҡала мәҙәниәт һарайы социаль әһәмиәте, үҙенсәлекле архитектураһы, зауыҡ менән биҙәлеше йәһәтенән башҡаларҙан айырылып тора. Район һәм ҡаланың никах теркәү йорто ла ошонда урынлашҡан.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 53120 24958 28162 47,0% 53,0%
2002 йыл 9 октябрь 62949 30104 32845 47,8% 52,2%
2010 йыл 14 октябрь

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
  3. Численность и возрастно-половой состав населения по итогам Всероссийской переписи населения 2010 года. Муниципальный район Мелеузовский район Республики Башкортостан: статистический бюллетень. — Уфа: Башкортостанстат, 2012. — 142 с., табл.
  4. Башҡорт энциклопедияһы — Гуреев Сергей Николаевич 2016 йыл 21 апрель архивланған.
  5. Единый республиканский бизнес-портал. Порошин Юрий Георгиевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 30 ноябрь 2019)