AIESEC | |
| |
Ағза |
112 илдә 40000+ ҡатнашыусы |
---|---|
Штаб-квартира | |
Адресы |
5605 Avenue de Gaspé #208, Montréal, QC H2T 2A4, Canada |
Ойошма төрө |
йәмәғәт ойошмаһы |
Рәсми телдәре |
Инглиз теле (ойошманың рәсми теле) |
Етәкселәре | |
Президент AIESEC International |
Ева Дутари (Eva Dutary)[1] |
Нигеҙләнгән | |
Нигеҙләү |
1946 |
Рәсәйҙә асылыуы (СССР) |
1989 |
Бөтөрөлгән | |
- | |
Сайт | |
AIESEC Викимилектә | |
AIESEC — тулыһынса 18 йәштән 29 йәшкә тиклемге йәштәр идара иткән бойондороҡһоҙ коммерцияға ҡарамаған, сәйәси булмаған халыҡ-ара ойошма. AIESEC-тың маҡсаты — йәштәрҙә лидерлыҡ сифаттарын үҫтереү юлы менән тыныслыҡты һаҡлау һәм кеше потенциалын тормошҡа ашырыу[2]. AIESEC-тың төп эшмәкәрлеге — халыҡ-ара алмашыу һәм стажировкалар ойоштороу; AIESEC шулай уҡ форумдар һәм социаль әһәмиәткә эйә булған башҡа проекттар үткәрә[3][4][5][6].
AIESEC 112 илдә һәм территорияла бар, 40 меңгә яҡын әүҙем ағзаһы һәм миллиондан ашыу alumni (тамамлаусылары) бар. AIESEC йылына 36 меңдән ашыу ирекмән, профессиональ һәм уҡытыусы халыҡ-ара алмашыуҙар ойоштора[2].
AIESEC Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Иҡтисади һәм Социаль Советының (ЭКОСОС) консультатив статусында тора[7], БМО-ның глобаль коммуникациялар департаментының (DGC) һәм Йәштәр эштәре буйынса БМО-ның Генераль секретары илсеһе канцелярияһының бойондороҡһоҙ берәмеге, Йәштәр ойошмаларының халыҡ-ара координация советы ултырышы (ICMYO) ағзаһы[8].
Рәсәйҙә 2020 йылға AIESEC 13 ҡалала 15 урындағы комитеттан тора һәм меңдән ашыу әүҙем ағзаһы бар[3].
AIESEC атамаһы француз акронимы булып тора, ул Association internationale des étudiants en sciences économiques et commerciales (Иҡдисадты һәм коммерция фәндәрен өйрәнгән студенттарҙың халыҡ-ара ассоциацияһы) тигәнде аңлата. Әлеге ваҡытта акронимдың тулы аңлатмаһы рәсми рәүештә ҡулланылмай, сөнки ойошма ағзаһы булып 18 йәштән 29 йәшкә тиклемге һәр студент йәки сығарылыш уҡыусыһы була ала.
Атамаһы «Айсек» тип әйтелә; ойошма ағзаларын, ҡағиҙә булараҡ, Айсекерҙар (AIESECer) тип йөрөтөләр.
Икенсе донъя һуғышы тамамланғандан һуң 1946—1948 йылдарҙа (ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса 1944 йылда[9]) барлыҡҡа килә башлай. Ойоштороу идеяһы кешеләр һәм төрлө халыҡ мәҙәниәттәре араһындағы бәйләнештәрҙе тергеҙеү кәрәклегенән, шулай уҡ һуғыштан һуңғы Европа илдәренә йәш лидерҙарға һәм идарасыларға юғары ихтыяж булыуынан барлыҡҡа килә.
AIESEC-ҡа нигеҙ һалыусыларҙың тулы исемлеге билдәһеҙ. Беҙгә билдәле булғандары — Франциянан Жан Чоплин (Jean Choplin) , Чехословакиянан Ярослав Зич (Jaroslav Zich), Бельгиянан Станислас Калленс (Stanislas Callens), Даниянан Кай Вернер Слот (Kaj Verner Slot), Швециянан Бенгт Сьёстранд (Bengt Sjӧstrand), Бертил Хедберг (Bertil Hedberg) һәм Эрик Мальсон (Eric Malson).[10][9][11][12]
1949 йылдың мартында Стокгольмда AIESEC-тың 1-се Халыҡ-ара конгресы үтә, унда Бельгия, Швеция, Дания, Финляндия, Франция, Голландия һәм Норвегия вәкилдәре ҡатнаша. Халыҡ-ара, дәүләткә ҡарамаған, коммерцияға ҡарамаған һәм сәйәси булмаған ойошма булараҡ AIESEC статусы билдәләнә. AIESEC-тың миссияһы булып «илдәр һәм халыҡтар араһында дуҫтарса мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү» тора. Был маҡсатты өлгәшеүҙең төп сараһы булып халыҡ-ара студенттар менән алмашыу таныла.
1949 йылда 89 халыҡ-ара алмашыу үткәрелә; 1958 йылға алмашыуҙар һаны йылына 1930-ға тиклем арта, ә ағзалар булған илдәр һаны 25-кә етә[11]. 1977 йылға AIESEC 6 континенттағы 50 илдән тора[2].
1990 йыл аҙағына иҡтисади һөнәрҙәр буйынса белгестәр әҙерләүсе 18 юғары уҡыу йорто СССР-ҙың AIESEC ағзаһы булып тора. Ассоциацияға перспективалы ағза сифатында тағы 15 юғары уҡыу йорто ҡушыла. СССР-ҙың AIESEC сиктәрендә совет белгестәренең иҡтисад һәм идара итеү буйынса профессиональ кимәлен күтәреүгә булышлыҡ иткән проекттар тормошҡа ашырыла. Халыҡ-ара алмашыуҙарҙа 20-нән ашыу кеше ҡатнаша. «СССР-ҙа эшҡыуарлыҡ» конференциялары һәм «Волга-90» семинары үтә, унда Рәсәй Юғары Советы Рәйесенең беренсе урынбаҫары сығыш яһай.
1991 йылда халыҡ-ара конференцияла СССР-ҙың AIESEC-гы «The most developing country of AIESEC» (AIESEC-тың иң үҫешеүсе иле) наградаһына лайыҡ була. AIESEC ойошторған халыҡ-ара алмашыуҙар һаны арта. Йыл һайын 100-200-гә тиклем совет предприятиялары сит ил стажерҙарын ҡабул итергә әҙер була, һәм халыҡ-ара стажировка программаһында ҡатнашыу өсөн 300-гә яҡын студент һайлап алына. AIESEC төрлө семинарҙар үткәрә.
2020 йылға AIESEC-тың Рәсәйҙә 13 ҡалала 15 локаль комитеты була (Мәскәү, Санкт-Петербург, Воронеж, Ҡазан, Өфө, Пермь, Екатеринбург, Төмән, Томск, Новосибирск, Ярославль, Түбәнге Новгород, Һамар), 150-нән ашыу юғары уҡыу йорто менән хеҙмәттәшлек итә, меңдән ашыу әүҙем ағзаһы бар, йылына меңдән ашыу халыҡ-ара алмашыуҙар ойоштора.
AIESEC-тың бөтә ағзалары ла ойошма менән танышалар, белем биреү һәм интеграция семинарҙарына һәм тренингтарына йөрөйҙәр һәм шунан һуң ғына билдәле бер өлкәлә яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә ала башлайҙар. Тимәк, йәш кеше тәжрибә алыу өсөн нимә менән ҡыҙыҡһына, шуны һайлай. Был халыҡ-ара стажировкалар ойоштороу, конференциялар, түңәрәк өҫтәлдәр һәм башҡалар ойоштороу проекттарында ҡатнашыуы мөмкин.
Бынан һуң улар лидерлыҡ позицияһы һәм сит илдә эшләү араһында һайлайҙар, теләһәләр, ике этапты ла үтә алалар. Лидерлыҡ позицияһы — үҙ командаң һәм проектың менән идара итеүҙә уникаль тәжрибә. Халыҡ-ара стажировка — донъяның 110 иленең береһендә эш тәжрибәһе.
AIESEC тәжрибәһенең һуңғы аҙымы — киләсәккә йүнәлеш, был йәмғиәткә ыңғай йоғонто яһау өсөн AIESEC-та алынған бөтә һәләттәрҙе, илһамдарҙы һәм бәйләнештәрҙе файҙаланыуҙы күҙ уңында тота.
Йыл һайын AIESEC күп мөмкинлектәр бирә. Был йыл һайын 470-тән ашыу конференция, 12000 халыҡ-ара стажировка, йыл һайын 10000-дән ашыу лидерлыҡ позициялары, 4500 партнер-компаниялар, шулай уҡ башҡа бик күп проекттар һәм саралар.
AIESEC берләшмәләре ярҙамында бөтә донъя йәштәре һәм компаниялары менән бәйләнештәр урынлаштырырға мөмкин.
AIESEC проекттары Рәсәйҙә
Ойошма миссияһы — тыныслыҡ һәм кеше потенциалын тормошҡа ашырыу. Ойошма ағзалары быны халыҡ-ара алмашыу һәм ойошмала интенсив практик тәжрибә аша йәштәрҙә лидерлыҡ үҫтереү юлы менән өлгәшергә мөмкин, тип ышана. Лидерлыҡ үҫеше AIESEC-та эшләнгән моделгә ярашлы бара, ул дүрт сифатты үҙ эсенә ала: үҙ-үҙеңде аңлау, башҡаларҙы илһамландырыу, донъя гражданины, хәл итеүгә ориентирлашыу. AIESEC-тың һәр проектын 18 йәштән 26 йәшкә тиклемге йәштәр уйлап сығара.
Global Volunteer — халыҡ-ара ирекмәндәр проекттарының программаһы, уларҙың һәр береһе БМО-ның тотороҡло үҫеш буйынса 17 маҡсатының береһенә йүнәлтелгән.
Global Teacher — йәш һәм амбициялы уҡытыусылар өсөн халыҡ-ара стажировка программаһы.
Global Talent — сит ил компанияларында профессиональ стажировкалар программаһы түбәндәге йүнәлештәр буйынса: маркетинг, IT, бизнес менән идара итеү, инжиниринг, ҡунаҡханалар менән идара итеү.
YouLead форумы — йәштәр лидерлығын үҫтереү буйынса Бөтә Рәсәй форумы.
BreakPoint форумы — технологиялар менән ҡыҙыҡһынған йәштәрҙең Бөтә Рәсәй форумы.
<ref>
тамғаһы дөрөҫ түгел;
:1
төшөрмәләре өсөн текст юҡ