Рима Баталова | |
2018 | |
Шәхси мәғлүмәт | |
---|---|
Енесе |
ҡатын-ҡыҙ |
Тыуғандағы исеме |
Рима Аҡбирҙе ҡыҙы Баталова |
Гражданлығы | |
Тыуған датаһы | |
Тыуған ере |
Башҡорт АССР-ы Шаран районы Саҡты ауылы |
[[commons:Category: Rima Batalova Викимилектә|Аудио, фото, видео]] на Викискладе |
Баталова Рима Аҡбирҙе ҡыҙы (1 ғинуар 1964 йыл) — спортсы, йәмәғәт эшмәкәре. Еңел атлетика буйынса 13 тапҡыр Паралимпия уйындары, 18 тапҡыр донъя һәм 43 тапҡыр Европа чемпионы. Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты[1], Рәсәй Паралимпия комитетының вице-президенты. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры. «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы, Дәүләт Думаһының физик культура, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты ағзаһы. Дәүләт Думаһының паралимпия спортын үҫтереү, инвалидтарҙың, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең физик культураһы һәм спорты мәсьәләләре буйынса ярҙамсы комитет рәйесе. «Шәхси батырлыҡ өсөн» (1992), 2-се (2022) һәм 4‑се (2002) дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн», Почёт (1996), ике Дуҫлыҡ (2006, 2010), «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2000, Салауат Юлаев (2004) һәм Халыҡтар дуҫлығы (2019) ордендары кавалеры.
Рима Аҡбирҙе ҡыҙы Баталова 1964 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Туймазы районы (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Шаран районы) Саҡты ауылында тыуған.
Мәктәп йәшендә күреү һәләте насар инвалид-спортсылар секцияһында еңел атлетика менән шөғөлләнә башлай. Стәрлетамаҡ физик культура техникумын (1988), Урал физик культура академияһын (1996) тамамлай. Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәте (ДСО «Спартак») Өфө уҡыу-производство предприятиеһының физик культура коллективы тәрбиәләнеүсеһе.
1990 йылдан Башҡортостан Республикаһының Юғары спорт оҫталығы мәктәбендә шөғөлләнә.
Рима Аҡбирҙе ҡыҙы Баталова СССР, БДБ һәм Рәсәй йыйылма командалары составында Сеул (1988), Барселона (1992), Атлант (1996), Сидней (2000), Афина (2004), Пекинда (2008) үткән Паралимпия уйындарында ҡатнашып, 100, 200, 400, 800, 1500, 3000, 5000 метр дистанцияларҙа йүгереү буйынса 13 тапҡыр чемпионка, көмөш (1992) һәм бронза (1998) призеры була.
18 тапҡыр донъя, 43 тапҡыр Европа, күп тапҡырҙар СССР, Рәсәй һәм Башҡортостан чемпионы.
Насар күреүсе инвалид спортсылар араһында йүгереү дисциплиналары буйынса 18 тапҡыр донъя рекордсыһы.
СССР (1981—1991), Рәсәй (1991—2011) Паралимпия йыйылма командалары ағзаһы.
32 йыл дауамында Рима Аҡбирҙе ҡыҙы халыҡ-ара спорт ареналарында СССР, Рәсәй һәм Башҡортостан намыҫын яҡлай.
Рәттән 6 Паралимпия уйындарында уңышлы сығыш яһап, Баталова яулаған 17 миҙал (13 алтын, 2 көмөш, 2 бронза) Рәсәй граждандары өсөн ҡаһарманлыҡ өлгөһө булып тора. Күреү һәләтен юғалтыуға, умыртҡа һөйәгенең ауыр йәрәхәтләнеүенә ҡарамаҫтан, ул ҡабат-ҡабат йүгерергә сыға һәм үҙ иленең намыҫын яҡлап, бөтә донъяны илһөйәрлеге, ҡаһарманлығы менән таң ҡалдыра.
Ҙур ҡаҙаныштары өсөн "Гиннесстың рекордтар китабы"на индерелгән.
Рима Баталлова — әүҙем йәмәғәтсе. Паралимпия хәрәкәтенең инвалид спортсыларының мөһим мәсьәләләрен хәл итергә ярҙамлаша. Физик культураны һәм спортты пропагандалау, үҫеп килгән быуынды тәрбиәләү менән шөғөлләнә, Рәсәйҙең ижтимағи-сәйәси тормошонда әүҙем ҡатнаша.
Тормошта, ҡыҙы бар.
Әҙәбиәт уҡырға, бешеренергә һәм ҡунаҡ саҡырырға ярата.