Ли Куан Ю

Ли Куан Ю
李光耀
Ли Куан Ю
Флаг
Флаг
Министр-остазы
12 август 2004 — 21 май 2011
Алдан килеүсе: вазифа ойошторҙы
Дауамсы: вазифа бөтөрҙө
Флаг
Флаг
Өлкән министр
28 ноябрь 1990 — 12 август 2004
Алдан килеүсе: C. Раджаратнам
Дауамсы: Го Чок Тонг
Флаг
Флаг
Сингапур премьер-министры
3 июнь 1959 — 28 ноябрь 1990
Алдан килеүсе: вазифа ойошторҙы
Дауамсы: Го Чок Тонг
 
Дине: Агностицизм
Тыуған: 16 сентябрь 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})
Сингапур
Үлгән: 23 март 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (91 йәш)
Сингапур
Ерләнгән: Мандайский крематорий и колумбарий[d]
Атаһы: Lee Chin Koon[d][1]
Әсәһе: Chua Jim Neo[d][1]
Супруг: Ква Геок Чу[d]
Балалары: Ли Сяньлун[d][2][3]
Ли Сянь Ян[d][3]
Ли Вэй Линг[d][3]
Партия: «Халҡының эшмәкәрлек» партияһы
Белеме: Раффлз-колледж (хәҙерге Сингапур милли университеты
Кембридж университеты
 
Наградалары:
Отличнейший орден Святого Михаила и Святого Георгия
Почёт Кавалерҙары ордены
Почёт Кавалерҙары ордены
Орден Восходящего солнца 1 класса
Орден Восходящего солнца 1 класса
I дәрәжә Достык ордены
Почёт ордены (Армения)
Почёт ордены (Армения)
Почёт ордены Дуҫлыҡ ордены

Ли Куан Ю (16 сентябрь 1923 йыл23 март 2015 йыл) — XX быуаттың мәшһүр сәйәси эшмәкәре. 1959—1990 йылдарҙа Сингапур Республикаһы Хөкүмәтенең премьер-министры. «Сингапур мөғжизәһенең» авторы. Заманында Англия премьер-министры «тимер ханым» Маргарет Тэтчер уның һәр телмәрен өйрәнә. Дәүерҙең бөтә проблемаларын һәм уларҙы хәл итеү юлдарын асылында күрә белә торған эшмәкәргә һоҡланып: «Ул бер тапҡыр ҙа яңылышманы», — ти ул. Японияның элекке премьер-министры Киичи Миядзава Ли Куан Юҙы «бәләкәй генә утрауҙы бер яңғыҙы бөйөк дәүләткә әйләндергән кеше» тип атай.

Беҙҙең илгә әле Көнбайыш неолиберализмын көсләп тағыу бара. Әммә ул инглиз-саксон цивилизацияһы сығарған ҡиммәттәр булып тора һәм бөтә илдәр, барлыҡ халыҡтар өсөн яраҡлы түгел. Ул айырым халыҡтарҙың һәм төркөмдәрҙең мәнфәғәттәренә генә хеҙмәт итә. «Экономист» журналы мәғлүмәттәре күрһәтеүенсә, һуңғы 10 йылда донъяның яҡынса 100 иле үҙ ихтыяры менән йә ихтыярһыҙлап «демократик идара итеү» тип аталған идара ысулына күскән.

Ә Ли Куан Ю бер нисә тиҫтә йыл буйына үҙ юлы менән барыуға хоҡуғын раҫлауҙан бушамаған һәм мәрхүм булғансы шуны ҡыуған сәйәсмән була. Тик ундайҙар үтә һирәк осрай. Көнбайыш уның юлын инҡар итә. Юлының асылы — йәмғиәттең аныҡ тарихи шарттарын, милли, дини, мәҙәни үҙенсәлектәрен иҫәпкә алыу; иҡтисади алға китеште традицион әхләҡ һәм мәҙәни ҡиммәттәр менән яраштырыу; ерлекһеҙ теориялар урынына борондан килгән айыҡ аҡылды хуп күреү; идеологик концепциялар урынына илһөйәрлек, прагматизм һәм ижади ғәмәлдәр өҫтөнлөгө. Сингапурҙа, Гонконгта, Көньяҡ Кореяла, Ҡытайҙа, Тайваньда ошо ҡараш тормошҡа ашырыла. Һөҙөмтәләр — бөтәбеҙҙең күҙ алдында.

1945 йылда Сингапурҙа Раффлз-колледжды тамамлай, Бөйөк Британияға китә, тәүҙә Лондон иҡтисад мәктәбендә, шунан Кембриджда Фицуильям колледжында уҡый, ике «ҡыҙыл» диплом ала — хоҡуҡ һәм иҡтисад буйынса. Студент йылдарында социализм идеялары яҡлы була.

Сингапурға ҡайтҡас, 1950 йылда «Лейкок энд Он» тигән абруйлы адвокатлыҡ контораһында эшләй башлай, ике йылдан үҙенең адвокатлыҡ контораһын аса. Бер нисә йыл профсоюз ойошмалары менән хеҙмәттәшлек итә, адвокат сифатында элемтә хеҙмәткәрҙәре профсоюзының колониаль хакимиәткә (1824—1959 йылдарҙа Сингапур — Бөйөк Британия колонияһы) ҡаршы судында еңеп сыҡҡандан һуң билдәлелек яулай.

1954 йылда Ли Куан Ю Халыҡ хәрәкәте уң социалистик партияһын (ПНД; ПНД идеологияһы тәүҙәрәк антиколониализм һәм демократик социализм принциптарына таяна) нигеҙләүселәрҙең береһе була. Партия барлыҡҡа килгәндән алып 1992 йылдың ноябренә тиклем уның генераль секретары була.

1955 йылда ПНД-нан Сингапурҙың закондар сығарыу ассамблеяһына һайлана. Сираттағы һайлауҙа, 1959 йылда, колония Британ Берләшмәһе сиктәрендәге үҙидаралы дәүләт статусын алғас, Халыҡ хәрәкәте партияһы 51 урындың 43-өн биләй. Партияның һайлауҙа еңеүе һөҙөмтәһендә Ли Куан Ю Сингапурҙың тәүге премьер-министры булып китә.

1963 йылда Ли Куан Ю инициативаһы менән Сингапур Малайзия Федерацияһы составына инә. Ләкин 1964 йылдың июлендә ҡытай һәм малай общиналары /Сингапурҙа йәшәгән төп этник төркөмдәр араһында бәрелештәр башлана. Малайҙар «Малайзия — малайҙар өсөн» тигән милләтсел лозунг аҫтына туплана. Раса дискриминацияһына юл ҡуймау өсөн Ли Куан Ю малайҙарҙы һәм малай булмағандарҙы Малайзия хеҙмәттәшлек берекмәһенә тупларға тырыша. Ләкин бер йылдан, 1965 йылдың авгусында, Сингапур Малайзия Федерацияһы составынан сығарыла һәм бойондороҡһоҙ дәүләткә әйләнә. Был осорҙа Сингапур иҡтисадының хәле иҫ киткес насар була — сәнәғәт бөтөнләй юҡ, сеймал башҡа илдәрҙән һатып алына, халыҡтың 40 % наҙан. Ҡалала берҙән-бер «эш менән тәьмин итеүсе» — Британияның хәрби-диңгеҙ базаһы (унда 40 мең кеше эшләй), ул да тиҙҙән ябылырға тейеш була.

Йылдам иҡтисади үҫеш өсөн кәрәк булған тотороҡлолоҡто тәьмин итеү өсөн, Ли Куан Ю Сингапурҙа ҡаты сәйәси режим иғлан итә һәм сәйәси, социаль, иҡтисади үҙгәртеп ҡороуҙар теҙмәһен үткәрә. Эшһеҙлекте кәметеү өсөн Ли Куан Ю индустриализацияны башлай, ошо маҡсатта сит ил инвесторҙарына һалым һәм экспорт ташламалары бирә. Коррупцияға ҡаршы программа тормошҡа ашырыла (чиновниктар һәм уларҙың ғаилә ағзалары тейелгеһеҙлектән мәхрүм ителә, судтарға коррупция юлы менән алынған килемдәрҙе тартып алыу хоҡуғы бирелә). Ли Куан Юҙың «Өс дуҫығыҙҙы ултыртыуҙан башлағыҙ: ни өсөн икәнен һеҙ яҡшы беләһегеҙ, улар ҙа яҡшы белә» — тигән данлыҡлы фразаһы коррупция менән көрәштә төп принциптарҙың береһенә әйләнә. Мәғариф реформаһы һөҙөмтәһендә грамотаһыҙлыҡ бөтөрөлә. Хәүефһеҙлек өлкәһендә реформа (өлкән йәштәгеләргә һәм ҡатын-ҡыҙҙарға ла ҡағылған дөйөм хәрби хеҙмәт үтеү бурысы) үткәрелә.

Илдә Үҙәк һаҡламдар фонды булдырыла, һәр сингапурлы унда ай һайын эш хаҡының 20 % күсерергә тейеш була. Тупланған аҡса пенсия программаларын үтәүгә, һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтереүгә, торлаҡ төҙөүгә тотонола. Киң күләмле торлаҡ-коммуналь реформа һөҙөмтәһендә халыҡтың 90 % күп фатирлы, уңайлы торлаҡ йорттарға күсә. 1980-се йылдар башында хөкүмәт башлығы мәғлүмәт технологияларын үҫтереү буйынса дәүләт программаһын раҫлай (IT-план), компьютер техникаһын етештереү буйынса конкуренцияға һәләтле сәнәғәт булдырыу маҡсаты ҡуйыла.

Дәүләт бөтә үҙгәртеп ҡороу эшмәкәрлеген ҡәтғи контролдә тота, был иҡтисад үҫешенә бик ыңғай йоғонто яһай. Үҙаллылыҡ алған мәлгә Сингапурҙың эске тулайым продукты $3,6 млн, ә йән башына 400 доллар булһа, Ли Куан Ю премьер-министрлыҡтан киткән ваҡытта иллең эске тулайым продукты $28 млрд, йән башына $12,8 млн тәшкил итә. Бөгөн Сингапур — Көньяҡ-Көнсығыш Азияла фән һәм юғары технологиялар өлкәһендә лидер, Нью-Йорк һәм Лондондан ҡала донъяла өсөнсө урынды биләп торған финанс үҙәге, нефть һәм нефть продукттары һатыу һәм эшкәртеү буйынса донъяла 3-сө урында, шулай уҡ донъяның иң ҙур сауҙа порттарының береһе булып тора һәм донъяның иң таҙа илдәренең береһе тип табылған. Киевтан да бәләкәйерәк майҙанлы һаҙлыҡлы утрауҙа урынлашҡан Сингапур эске милли продукты буйынса Украинаны 1,3 тапҡырға (тыныс осорҙа) уҙып китә, бәһлеүән Рәсәйҙән биш тапҡырға ғына ҡалыша. Төҙөлөш өсөн ҡомдо, эсәр һыуҙы был илгә Малайзиянан, Индонезиянан ташыуҙарын да онотмайыҡ.

1990 йылдың ноябрендә Ли Куан Ю власты йәш быуынға тапшырыу процесын башлай һәм 31 йыл буйы биләгән премьер-министр вазифаһын ҡалдыра. Ләкин ғәмәлдә тағы 20 йыл илгә идара итә, бөтә мөһим стратегик мәсьәләләрҙе хәл итешә. Го Чок Тонг (1990—2004 й.) етәкселегендәге хөкүмәттә уның өсөн махсус рәүештә өлкән министр вазифаһы, ә 2004 йылда өлкән улы Ли Сянь Лун премьер-министр булып киткәс, хөкүмәттең кәңәшсе министры вазифаһы булырыла. Был посты Ли Куан Ю 2011 йылдың майында ҡалдыра.

Ли Куан Ю тырышлығы менән Сингапур, БМО-ның элекке генераль секретары Кофи Аннан әйтмешләй, «үҫеш кисереүсе илдәрҙең хыялын тормошҡа ашыра — өсөнсө илдәр араһынан беренселәр араһына сыға».

1996 йылдың мартында Ли Куан Юҙың йөрәгенә операция яһала. 2015 йылдың 5 февраленән ауыр хәлдә интенсив терапия бүлексәһендә ята. 23 мартта госпиталдә вафат була.

Ли Куан Ю наградалары араһында Рәсәйҙең Дуҫлыҡ ордены (2009 йыл, Рәсәй-Сингапур мөнәсәбәттәрен үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн) һәм Почёт ордены (2013 йыл, РФ менән дуҫлыҡты һәм хеҙмәттәшлекте нығытыуға индергән өлөшө, ғилми һәм мәҙәни бәйләнештәрҙе үҫтергән өсөн) бар.

Инглиз, малай һәм ҡытай телдәрендә һөйләшә, япон телен аңлай.

«Сингапур тарихы: Ли Куан Ю хәтирәләре», «Сингапурҙың үҫеш юлы тураһында әсе хәҡиҡәт», «Бер кешенең донъяға ҡарашы» һәм «Сингапур тарихы: 1965—2000. Өсөнсө донъянан беренсегә юл» тигән китаптар авторы.

Ҡатыны — Ква Дик Чу (2010 йылда мәрхүм була), өс балаһы бар (Ли Сянь Лун, Ли Вэй Линг һәм Ли Сянь Ян).

Ли Куан Ю ҡатмарлы шәхес ине. Ләкин уның үҙ иленә һәм халҡына тоғролоғо, аҡылы, юғары әхләҡлелеге, дәүләтсә тәрән фекер йөрөтөүе, ғәмәлиәттә отҡорлоғо, үҙ эешенә ҡаҡшамаҫ ышанғанлығы, тимер ихтыяры һоҡландыра. «Ул милләтте төҙөнө, юҡтан бар яһаны, ул беҙҙе сингапурлы булыуыбыҙ менән ғорурланыу дәрәжәһенә еткерҙе, — тине уны ерләгәндә ил хөкүмәтенең әлеге башлығы Ли Сянь Лун. — Беҙҙең башҡа бер ваҡытта ла уның кеүек кешебеҙ булмаясаҡ».

  • The Singapore Story (ISBN 0-13-020803-5)
  • From Third World to First: The Singapore Story (ISBN 0-06-019776-5)
  • Сингапурская история. 1965—2000 гг. Из третьего мира — в первый. Ли Куан Ю. М.: «МГИМО-Университет», 2010. ISBN 978-5-9228-0576-6
  • Беседы с Ли Куан Ю. Гражданин Сингапур, или Как создают нации. Том Плейт. М.: «Олимп-Бизнес», 2012. ISBN 978-5-9693-0213-6