Сәләхов Таһир Теймур улы (әзерб. Tahir Teymur oğlu Salahov;[7][8]; 29 ноябрь 1928 йыл, Баҡы) — 21 май 2021 йыл, Берлин) — СССР һәм Рәсәйҙең театр рәссамы, педагог, профессор. 1979 йылдан СССР Художество академияһы Президиумы ағзаһы, 1997 йылдан Рәсәй Художество академияһы вице-президенты.
СССР Художество академияһы академигы (1975; 1966 йылдан мөхбир ағза). СССР-ҙың халыҡ рәссамы (1973). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1989). СССР Дәүләт премияһы (1968) һәм Рәсәй Федерацияһы Дәүләт премияһы лауреаты (2012)[9]. 1964 йылдан КПСС ағзаһы.
СССР-ҙың 7-се һәм 8-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1966—1974). Әзербайжан ССР-ы Юғары Советы депутаты (1963—1967). 1990—1991 йылдарҙа КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһы.
Таһир Теймур улы Сәләхов 1928 йылдың 29 ноябрендә Баҡыла партия хеҙмәткәре Теймур Сәләхов (1898 йылғы) һәм уның ҡатыны Сонаның (1901 йылғы) ғаиләһендә тыуа. Атаһын 1937 йылда ҡулға алалар һәм аталар, 1956 йылда ғәйепһеҙ тип аҡлайҙар[10].
1950 йылда А. Азимзадә исемендәге Әзербайжан художество училищеһын тамамлай, ләкин биорафияһындағы «халыҡ дошманының улы» тигән юл уға И. Е. Репин исемендәге һынлы сәнғәт, скульптура һәм архитектура институтына инергә ҡамасаулай. Шулай ҙа В. И. Суриков исемендәге Мәскәү дәүләт академия художество институтына инергә насип була, уны 1957 йылда живопись рәссамы һөнәре буйынса тамамлай (П. Д. Покаржевскийҙың оҫтаханаһы).
1964 йылдан КПСС ағзаһы.
1963—1974 йылдарҙа Таһир Сәләхов — М. Алиев исемендәге Әзербайжан дәүләт институтында, 1975 йылдан В. И. Суриков исемендәге Мәскәү художество институтында уҡыта (башта доцент, 1973 йылдан — профессор)[11][12].
Училищела һәм институтта уҡыған сағында уҡ Сәләховтың һүрәттәре («Тулҡындар», «Эстакада» (1955), Суриков институтындағы «Вахтанан» (1957) тигән диплом эше) тамашасыларҙың һәм белгестәрҙең иғтибарын йәлеп итә. Тиҙҙән ул «бер аҙ йомшаҡлыҡ» осоро совет рәссамдары араһында айырыуса билдәлеләрҙең береһе булып таныла. Ул — шулай уҡ һынлы сәнғәттә «ҡырыҫ стилгә» нигеҙ һалыусыларҙың һәм уның башында тороусыларҙың береһе.
Рәссам ижадында Әзербайжан нефтселәре тураһындағы әҫәрҙәр циклы мөһим урынды биләй. Сәләховтың иң билдәле эштәре араһында — «Иртәнге эшелон» (1958), «Ремонтсылар» (1960), «Каспий өҫтөндә» (1961), «Апшерон ҡатындары» (1967), «Каспийҙа иртә» (1986) һәм башҡалар. Сәләховтың портреттар галереяһы, шул иҫәптән «Айдан» (1967), әсә портреттары, «Дандың портреты» (1983), мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре образдары галереяһы, атап әйткәндә:
Рәссамдың натюрморттары һәм Апшерон пейзаждары, спектаклдәргә декорациялары, АҠШ-та, Италияла, Мексикала («Мексика корридаһы»; 1969) һәм башҡа илдәрҙә башҡарған эштәре менән дә танылыу ала.
Ижадсының әҫәрҙәре Рәсәйҙең, Әзербайжандың, Украинаның һәм башҡа БДБ дәүләттәренең эре музейҙарында, донъяның төрлө музейҙарында һәм шәхси тупланмаларҙа һаҡлана. 1950-се йылдарҙан башлап ул республика, Бөтә Союз һәм халыҡ-ара художество смотрҙарында ҡатнаша. Персональ күргәҙмәләре Мәскәүҙә, Баҡыла, донъяның күп илдәрендә бер нисәшәр тапҡыр ойошторола.
Оҫта Мәскәүҙәге Ҡотҡарыусы Христос ғибәҙәтханаһында реставрация эштәренә өлөш индерә, ул Рәсәй Художество академияһының был эшкә етәкселек иткән художество советында эшләй. Ғибәҙәтхананың мөһим биҙәү эштәрен Сәләховтың уҡыусылары башҡара. Сәләховтың тырышлығы менән Рәсәйҙә Ф. Бэкон, Г. Юккер, Д. Розенквист, Р. Раушенберг, Я. Кунеллис, Р. Тамайо кеүек билдәле сит ил рәссамдарының күргәҙмәләре ойошторола.
Таһир Сәләхов Әзербайжан Рәссамдар союзының яуаплы секретары була (1960—1961), М. А. Алиев исемендәге Әзербайжан дәүләт сәнғәт институтында уҡыта (1963—1974).
1984—1992 йылдарҙа В. И. Суриков исемендәге Мәскәү дәүләт художество институтында живопись һәм композиция кафедраһына етәкселек итә, бик күп билдәле рәссамдар тәрбиәләй. СССР Рәссамдар союзы идараһының беренсе секретары вазифаһын биләй (1973—1992).
1979 йылдан әлегә тиклем Рәсәй Художество академияһының живопись бүлексәһе академик-секретары һәм академия президиумы ағзаһы булып тора; 1997 йылда Рәсәй Художество академияһы вице-президенты итеп һайлана.
1992 йылдан — Халыҡ-ара рәссамдар федерацияһының вице-президенты.
Беренсе ҡатыны — Ванцетта Мөхөтдин ҡыҙы Ханум, СССР-ҙың халыҡ артисы Тамара Ханумдың ҡыҙы.
Икенсе ҡатыны — Варвара Александровна Сәләхова, Игорь Моисеевтың Дәүләт ансамбле солисы.
СССР:
Рәсәй:
Әзербайжан:
Башҡа дәүләттәр:
Сәләхов Таһир Теймур улы . «Герои страны» сайты.