Ауыл | |
Белянка башҡ. Билән | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452586 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Билән (рус. Беля́нка) — Башҡортостан Республикаһының Балаҡатай районындағы ауыл. Билән ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 853 кеше булған[2]. Почта индексы — 452586, ОКАТО коды — 80210804001.
Билән ауылы Ҡариҙел йылғаһы ҡушылдығы Билән йылғаһы буйында, район үҙәге Яңы Балаҡатай ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 54 километр һәм Наҙы-Петровск (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан көнбайышҡа табан 33 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Билән ауылына Себер даруғаһы Балаҡатай улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған, Билән ауылы XVIII быуаттың 80-се йылдары аҙағынан Пермь губернаһы Красноуфимск өйәҙе биләмәһенә ингән[4].
Теркәү йылы | Улус, ауыл советы | Өйәҙ, кантон, район | Губерна, Республика | Дәүләт |
---|---|---|---|---|
1780 | Балаҡатай улусы | Себер даруғаһы | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1816 | 5-се йорт | 2-се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1834 | 5-се йорт | 2-се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1847 | 5-се йорт | 2-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1859 | 5-се йорт | 2-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1895 | Балаҡатай улусы | Златоуст өйәҙе | Өфө губернаһы | Рәсәй империяһы |
1920 | Балаҡатай улус Советы (1918 й.), Билән ауыл Советы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | ![]() |
1926 | Билән ауыл Советы (1923 йылдан) | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | ![]() |
1935 | Билән ауыл Советы | Балаҡатай районы | Башҡорт АССР-ы | ![]() |
1941 | Билән ауыл Советы | Балаҡатай районы | Башҡорт АССР-ы | ![]() |
1990 | Билән ауыл советы | Балаҡатай районы | Башҡортостан Республикаһы | ![]() |
XIX быуаттың 1-се яртыһында, Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 2-се Башҡорт кантоны 5-се йорто составында булған. 2-се Башҡорт кантонына Билән ауылынан башҡа Ҡараҡай, Маҫҡары, Юлдаш (хәҙер Силәбе өлкәһендә), Араҡай, Әртә-Шиғыр, Өфө-Шиғыр [5], Үрмәкәй, Аҡбаш, Шәкүр (барыһы ла Свердловск өлкәһендә).
1811 йылда Билән ауылында 11 йортта 100 кеше, 1834 йылда — 15 йортта 166 кеше, 1859 йылда — 24 йортта 281 кеше йәшәгән.
1842 йылда 166 кешегә 84 сирек яҙғы иген сәселгән. Был төбәктә ужым ашлығы, картуф әлегә сәселмәгән. Малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр, йәйгеһен йәйләүгә сыҡҡандар. XIX быуат аҙағында — XX быуат башында тирмән, тимерлек, земство мәктәбе, мәсет теркәлгән.
1869 йылда Билән ауылындағы 52 йортта 315 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, һал һәм кәмә яһау менән шөғөлләнгәндәр. Билән ауылы Бәләкәй Ҡошсо улусының административ үҙәге булған, бында улус идараһы, мәсет, мәктәп урынлашҡан булған[6].
1920 йылда Биләндә — 123 йортта 694 башҡорт йәшәгән.
Әлеге ваҡытта Билән ауылында урта мәктәп, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, Мәҙәниәт йорто («Серҙәш» халыҡ фольклор ансамбле эшләй), китапхана бар[7].
Билән ауылында башҡорттар йәшәй (2002)
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 803 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 1279 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 1372 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 1012 | 462 | 550 | 45,7 % | 54,3 % |
2002 йыл 9 октябрь | 883 | 417 | 466 | 47,2 % | 52,8 % |
2010 йыл 14 октябрь | 853 | 404 | 449 | 47,4 % | 52,6 % |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Тауҙар:
Йылғалар:
Шишмәләр:
Ялан-бесәнлектәр:
Таусыҡтар, түбәләр:
Башҡа урын-ер атамалары:
![]() |
Портал «Башҡортостан ауылдары» |
---|---|
![]() |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала |
![]() |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |
![]() |
Был Балаҡатай районы тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |