Ауыл | |
Алькино башҡ. Әлкә | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452481 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Әлкә (рус. Алькино) — Башҡортостан Республикаһының Салауат районындағы ауыл, ауыл биләмәһе үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 488 кеше булған[2]. Почта индексы — 452481, ОКАТО коды — 80247805001[3].
Әлкә ауылы Йүрүҙән йылғаһы ҡушылдығы Көҫкәнде йылғаһы буйында, район үҙәге Малаяҙ ауылынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 15 километрҙа һәм Кропачёво (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 14 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[4].
Әлкә ауылына Себер даруғаһы Шайтан-Көҙәй улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәренә нигеҙ һалған.
1795 (башҡа мәғлүмәт буйынса — 1739) йылдан билдәле. Ауыл Әлкә, Шайтан-ауыл тип аталған.
1795 йылда ауылда 8 хужалыҡта 108 кеше йәшәгән. 1816 йылғы VII йәниҫәп буйынса 11 йортта 78 кеше, 1834 йылда 128 кеше булған.
1795 йылда Әлкә ауылы, Иҙрис, Йонос, Юлай ауылдары менән бер рәттән, Шайтан-Көҙәй улусына ҡараған.
1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы баҫтырылғандан һуң, Аҙналы, Юлай, Ҡасай, Тәкәй, Морат, Яҡуп, Исмәғил һ. б. ауылдар яндырылған.
Салауат Юлаев тыуған Тәкәй ауылын ҡырғын командалары яндырғандан һуң, документтарҙа ул 1783 йылда ла, 1795 йылда ла теркәлмәгән. 1756—1775 йылдарҙа Тәкәй, Юлай һәм Йонос бер үк ваҡытта йәшәгән күрше ауылдар булған. Шуға күрә улар араһында ниндәйҙер күсәгилешлелек тураһында һүҙ алып барыу мөмкин түгел.
Шулай итеп, элегерәк бер үк Йонос ауылы Тәкәй ҙә, Юлай тип тә йөрөтөлгән тигән фекер менән ризалашып булмай. Бөтә өс ауыл да бер үк осорҙа йәнәш торған.
Юлай Аҙналин һәм уның улы Салауат Юлаев, үҙҙәре әйтеүенсә, Тәкәй ауылында тыуғанын һәр ваҡыт әйтеп йөрөгән, ул атаһы Юлайҙың төп ауылы Аҙналыла түгел, ә Аҙналынан бүленеп сыҡҡан Тәкәй ауылында тыуған. Тәкәй һәм Аҙналы ауылдары халҡы күсеп ултырған Юлай ауылын (унда Юлай менән Салауат та йәшәгән) шулай уҡ бүлендек ауыл тип һанауға тулы нигеҙ бар. Был ауылдар 1775 йылда язалаусылар тарафынан яндырылған һәм бөтөнләй юҡ ителгән[5].
Төрөкмән аймағының Тәкәй ауылына килгәндә, Шайтан-Көҙәй улусының шул уҡ исемле ауылына уның бер ҡағылышы ла юҡ. Был ауыл XVIII быуаттың 50-се йылдары уртаһында барлыҡҡа килгән. Көҙәйҙәр араһында Ҡобау башҡорттары ла булған. Тәүге төпләнеүсенең улдары билдәле аҫабалар була: 1773 йылда Ҡобау ауылы кешеһе Әбдрәшит Тәкәев Ҡобау улусы ерҙәренә сыуаштарҙы индереү килешеүен төҙөүҙә ҡатнаша; икенсе улы Ғәббәс Тәкәев Өфө өйәҙенең 8-се башҡорт кантоны начальнигы була.
Яндырылған ваҡытында иҫән ҡалған Аҙналы, Тәкәй, Юлай, Морат, Ҡасай, Яҡуп, Ысмаил ауылдары халҡы Шығанай һәм Иҙрис, шулай уҡ яңы нигеҙләнгән Әлкә һәм Юныс һ. б. ауылдарына йәшәргә күскән.
Әлкә халҡы игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнгән. 1842 йылда 127 кешегә 25 сирек ужым ашлығы, 122 сирек яҙғы иген сәселгән.
20 йортҡа 86 ат, 87 һыйыр, 21 һарыҡ, 5 кәзә аҫыралған. 2 сирек бәрәңге лә сәскәндәр.
1842 йылда 10 умарта иҫәпкә алынған. VII рәүиз һәм башҡа йылдарҙағы йәниҫәп документтарында мәсет иҫәпкә алынған[6].
Әлкә атамаһы Шайтан-Көҙәй улусының абруйлы аҫаба башҡорто Әлкә Булатов исеменән алынған[6]. Әлкә Булатов 1762 йылдың 21 авгусында заводчиктар И. Б. Твердышев менән И. С. Мясниковҡа улус еренең бер өлөшөн 60 йылға ҡуртымға биреүе менән билдәле. 1786 йылдың 15 октябрендә ауылдың 77 йортоноң ышаныслы кешеһе Әлкәнең улы Әптекәй Әлкәев (1738—1814), ауылдаштары муллалар Юлыҡай Әбләзев һәм Йәркәй Ҡасаев (Ҡасай ауылы яндырылғас, Шағанайҙа йәшәгән, 1775 йылда улус старшинаһы булған), Юныс ауылына нигеҙ һалыусының улы Күҙекәй Юнысов, элек Аҙналы ауылында йәшәгән Ырыҫөмбәт Аптраҡов менән, Шайтан-Көҙәй улусының аҫаба ерҙәрен заводсы И. И. Бекетоваға һатыу килешеүен төҙөгән[6].
Теркәү йылы | Улус, ауыл советы | Өйәҙ, кантон, район | Губерна, Республика | Дәүләт |
---|---|---|---|---|
1757 | улусы | Троицк өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1816 | -се йорт | -се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1834 | -се йорт | -се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1847 | -се йорт | -се Башҡорт кантоны, Троицк өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1859 | -се йорт | -се Башҡорт кантоны, Троицк өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1895 | улусы | Златоуст өйәҙе | Өфө губернаһы | Рәсәй империяһы |
1920 | улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | ![]() |
1926 | улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | ![]() |
1935 | Әлкә ауыл советы | Малаяҙ районы | Башҡорт АССР-ы | ![]() |
1941 | Әлкә ауыл советы | Салауат районы | Башҡорт АССР-ы | ![]() |
1990 | Әлкә ауыл советы | Салауат районы | Башҡортостан Республикаһы | ![]() |
Әлкәлә 1859 йылда 138 кеше, 1895 йылда 44 хужалыҡта 230 кеше йәшәгән[7].
1906 йылда Әлкә ауылында мәсет, запас иген һаҡлау мөгәзәйе теркәлгән. Әлкәнән көнбайышҡа табан 3 километрҙа Көҫкәнде йылғаһы буйында Салауат Юлаевтың тыуған ауылы Тәкәй урынлашҡан булған.
Әлкә ауылында 1920 йылда 60 йортта 280 кеше йәшәгән[8].
Әлеге ваҡытта Әлкә ауылында урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана, Салауат Юлаев музейы филиалы, мәсет бар[9].
Әлкә ауылында башҡорттар йәшәй (2002).
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 280 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 358 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 431 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 539 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 533 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 488 | 241 | 247 | 49,4 | 50,6 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Тауҙар:
Йылғалар:
Шишмәләр:
Ялан-бесәнлектәр:
Таусыҡтар, түбәләр:
Башҡа урын-ер атамалары:
![]() |
Портал «Башҡортостан ауылдары» |
---|---|
![]() |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала |
![]() |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |