Был мәҡәлә башҡорт Википедияһының һайланған мәҡәләләре исемлегенә керә. |
Матурлыҡ — камиллыҡты аңлатҡан эстетик категория. Ниндәй ҙә булһа бер объекттың төрлө яҡтары күҙәтеүселә юғары ләззәт уятырлыҡ гармониялы тап килеүе. Матурлыҡ — мәҙәниәттең иң мөһим категорияларының береһе. Йәмһеҙлек, шөкәтһеҙлек һәм килбәтһеҙлек матурлыҡҡа ҡапма-ҡаршы булғанды аңлатыусы төшөнсәләр[1].
Матурлыҡ төшөнсәһе антик осорҙан башлап ысынбарлыҡты, йәшәйеште философик аңлауҙа мөһимдәрҙең береһе булып ҡарала. Боронғо грек философтары матурлыҡты объектив күренеш тип аңлаған һәм уны Ғаләмдең камиллығы, донъяны бер тәртипкә ҡорған йыһан (космос) менән бәйләгән[2].
Антик философтарҙың матурлыҡты аңлауы Плотин хеҙмәттәрендә дөйөмләштереп йомғаҡлана. Уларҙа матурлыҡ илаһилыҡҡа һәм иҫ киткес гүзәллеккә күтәреүсе көс тип ҡарала. Умберто Эко мөхәррирлегендәге «Матурлыҡ тарихы» («История Красоты») исемле бай баҫмала кешелектең бөтә дауамында матурлыҡты аңлау тарихы тикшерелә[4]. Атап әйткәндә, ул Платон Матурлыҡтың иң мөһим ике концепцияһына нигеҙ һалған, һәм улар артабанғы быуаттарҙа ентекләп үҫтерелә, тип билдәләй[5]:
Был хеҙмәттә шулай уҡ түбәндәге ике аспект билдәләнә:
Эко артабан билдәләүенсә, урта быуат ғилеменең нығыраҡ үҫкән осоронда Фома Аквинский [8] түбәндәгеләрҙе әйтәсәк:
Хәҙерге ваҡытта беҙ матурлыҡты күп быуын йән эйәләренең аңһыҙ тәжрибәһе һәм кешеләрҙең меңәрләгән быуынының аңлы тәжрибәһе нигеҙендә беҙҙең зиһендә һаҡланып ҡалған инстинкт йәки тыумыштан килгән эске һиҙем, тәбиғи тойғо менән ҡабул итәбеҙ тигән фараз йәшәп килә[9].
Ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар ҡаршы затҡа (енескә) оҡшағанда матур була. Ҡатын-ҡыҙҙы/ир-егетте партнёр итеп һайлағанда, ниндәй затҡа нимә кәрәклегендә беҙ бер ҡасан да яңылышмайбыҙ. Бында нәҡ «алдағы быуындар тәжрибәһе» ярҙамға килә лә инде[10].
Тәнде бар яҡлап гармониялы үҫтереү, башҡа төр ҡаҙаныштар кеүек үк, һәр кешенән ҙур хеҙмәт һәм тырышлыҡ талап итә.
Кешелә бөтә нәмә лә: йөҙө лә, кейеме лә,
күңеле лә, уйҙары ла матур булырға тейеш.
Физик матурлыҡтан тыш кешелек мәҙәниәтендә шулай уҡ әхлаҡи, рухи матурлыҡ хаҡында ла төшөнсә формалашҡан. Был категория йәшкә һәм енескә ҡарамай һәр кемгә ҡарата ҡулланыла һәм кешенең аҡыллылығына, зирәклегенә, намыҫлылығына, тоғролоғона, баҫалҡылығына, әҙәплелегенә ҡарашты билдәләй. Балалар, үҫмерҙәр һәм йәш егет менән ҡыҙҙарға ҡарата был төшөнсәгә шулай уҡ «ғәйепһеҙлек», «гөнаһһыҙлыҡ», «саф күңеллелек», «хәйләһеҙлек», «эскерһеҙлек», «боҙолмағанлыҡ» һәм башҡа шундай ҡылыҡһырламалар инә.
Тарихтан күренеүенсә, матурлыҡ үрнәктәре һәм «ҡалыптары» төрлө илдәрҙә һәм мәҙәниәттәрҙә бик ныҡ айырыла[11]. Тән төҙөлөшөндә күренеп торған физик етешһеҙлектәре, симметрияһыҙлыҡтары булмаған[12] һәм тышҡы күренеш менән «уртаса» булған (һәр расала — үҙ эталоны) кешеләргә өҫтөнлөк биреүҙән тыш, үҙгәреп торған башҡа мәҙәни сифат айырмалыҡтары ла бар.
Боронғо Грецияла һәм Боронғо Римдә ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар матурлығы эталоны XX быуаттыҡынан, олимпия хәрәкәте үҫкән дәүерҙекенән ғәмәлдә айырылмай.
Урта быуаттарҙа көлһыу төҫ, йөҙҙә нур булмау, ағарынғанлыҡ һәм ябыҡлыҡ модала булһа, барокко дәүерендә киреһенсә тулылыҡ, йыуантыҡлыҡ (мәҫәлән, Рубенс картиналары) һәм үрсем биреү һәләте күҙгә бәрелеп торған кәүҙә модаға инә (голланд оҫталарының картиналары, — мәҫәлән, рәссам Герард Терборх төшөргән ханымдар).
И если красота её поблекнет,
То, думаю, создатель красоты,
При гибели прекрасного созданья,
Утратить должен более, чем я.
Хәҙерге ваҡытта «юғары мода» сиктән тыш ябыҡ, оҙон буйлы, нескә билле һәм оҙон аяҡлы һынды ҡатын-ҡыҙ матурлығының үрнәге итеп рекламалауын дауам итә. «Көсһөҙ заттар»ҙың буй-һыны зифа һәм һомғол булып, билдәле 90—60—90 күрһәткестәренә тап килергә тейеш[13].
2011 йылда Көньяҡ федераль университет хеҙмәткәрҙәре тәүге тапҡыр ҡатын-ҡыҙ матурлығының асылын тикшергән. Тикшереүҙә ҡатнашыусыларҙан улар өсөн сибәр ҡатын-ҡыҙ идеалы бармы-юҡмы икәнен һәм кемде уға индереүҙәрен белешкәндәр. Һорашыу һөҙөмтәһендә яуап биреүселәрҙең күпселеге өсөн матурлыҡ тормоштағы реаль кешеләрҙең күҙ менән күрерлек (визуаль) аныҡ образы аша һынланыуы асыҡланған. 30 процент яуап биреүселәр матур ҡатын-ҡыҙҙың телевидение тапшырыуҙары нигеҙендә тыуған йыйылма образы хаҡында фекер йөрөткән. Дөйөм алғанда, сибәр ҡатын-ҡыҙ өлгөһө булараҡ Одри Хепбёрн, Мэрилин Монро һәм Анджелина Джоли исемдәре аталған. Тикшереүҙә ҡатнашҡан йәштәр бары тик көнбайыш һылыуҙарына ғына туҡталһа, олораҡтар РСФСР-ҙың һәм Рәсәйҙең халыҡ артистары Валентина Толкунова менән Ирина Алфёрованы ла ҡатын-ҡыҙ матурлығы өлгөһө итеп күрһәткән[14].
Һорашыуҙа ҡатнашыусыларҙың күптәре ҡатын-ҡыҙ матурлығы эталонын зифа буйлы, оҙон сәсле һәм ҙур күҙле итеп тасуирлаған. Ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәре тышҡы бөхтәлек һәм ҡаралғанлыҡ (ухоженность), шулай уҡ ыҫпайлыҡ (аккуратность) кеүек сифаттарҙы мөһим тип билдәләһә, ир-аттар күберәк сәс һәм күҙҙәрҙең төҫөнә иғтибар биргән. Матурлыҡ идеалы тип аталған билдәле шәхестәрҙең фотоһүрәттәрен өйрәнеү һөҙөмтәһендә шул асыҡланған: матур ҡатын-ҡыҙҙар — ҡара сәсле (брюнетка), ҙур, асыҡ һәм мәғәнәле (выразительный) күҙле, уртаса комплекциялы һәм пропорциональ һынлы булырға тейеш. Брюнеткалар блондинкаларға (һары сәслеләргә) ҡарағанда күберәк тауыш йыйған[14].
Һөҙөмтәлә сибәр (матур, һылыу) ҡатын-ҡыҙҙың шундай йыйылма портреты хасил була: буй 158—175 сантиметр, ауырлыҡ 48—64 килограмм, һомғол, зифа һәм пропорциональ буй-һын (фигура), йәшел йә ҡуңыр күҙҙәр, ҡуйы оҙон керпектәр, сәләмәт һәм ҡуйы сәс, хисле ирендәр, ҡаралған ҡулдар һәм тырнаҡтар, таҙа һәм шыма тән тиреһе. Ыҡсымлыҡ (миниатюрность), ҡыҫҡа сәс, макияждың юҡлығы һәм 90—60—90 классик пропорциялар һирәк кенә телгә алына. Һуңғы ваҡытта матур һын хаҡындағы төшөнсә үҙгәреү кисерә — ул ябыҡ түгел, ә нормаль, «һау-сәләмәт» ҡатын-ҡыҙ буй-һыны[14].
Матур ҡатын-ҡыҙҙың характерына килгәндә, яҡшылыҡ һәм киң күңеллелек, аҡыл һәм башҡаларҙы аңлай белеү, шулай уҡ ярҙамсыллыҡ, кеше хәленә инеүсәнлек, яғымлылыҡ һәм наҙлылыҡ, юморҙы аңлау кеүек сифаттар мотлаҡ тәүге урындарҙа тора. Ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәре йышыраҡ зирәклек (мудрость) һәм үҙеңә ышанғанлыҡты күрһәтһә, ир-егеттәр алсаҡлыҡ, аралашыусанлыҡ һәм яғымлылыҡ менән наҙлылыҡты алға ҡуя. Һылыу исеменә дәғәүә итеүсе ҡатын-ҡыҙ бынан тыш аҡыллы, әҙәпле, кеселекле, төплө, аһәңле (гармониялы), үҙенә тартып тороусы (харизмалы), яратыусы, маҡсатҡа ынтылышлы, тәрбиәле, аралашҡанда һөйкөмлө һәм мөләйем булырға ла тейеш. Яуап биреүселәрҙең күпселеге фекеренсә, матур ҡатын-ҡыҙҙың юғары йә тамамланмаған юғары белеме булыуы зарур[14].
Итальяндар донъялағы иң матур ир-ат тип танылған, һәм йылдар үтеү менән һирәкләнә барған сәс, биттәге йыйырсыҡтар уларҙың һөйкөмлөлөк һәм яғымлылығын бер ҙә кәметмәй[15].
Матурлыҡ бәйгеһе — ҡатнашыусыларҙың иң сибәре билдәләнгән ярыш. Йыш ҡына был конкурстарҙа төрлө маһирлыҡты, уйлау-фекерләү һәләтен (интеллектты) һәм телмәр (ораторлыҡ) оҫталығын күрһәтергә кәрәк.
Легенда буйынса, беренсе матурлыҡ бәйгеһе итеп өс алиһә — Гера, Афина һәм Афродитаның ярышы һанала. Хөкөмдар (судья) итеп улар Паристы (кешене) һайлай, һәм ул төп бүләкте — алма һәм «Иң һылыу» исемен Афродитаға бирә. Троя һуғышы башланыуға нәҡ ошо сәбәпсе була ла инде.
Боронғо Трояла Илиондың иң матур ҡыҙын һайлауҙары тураһында туранан-тура булмаһа ла, ситләтелгән раҫлауҙар һаҡланған. Баһаман (жюри) йырсылар, скульпторҙар, ораторҙар һәм яугирҙәрҙән торған.
Документаль раҫланған матурлыҡ бәйгеләренең тәүгеләре б. э. т. 5 быуатта Боронғо Грециялағы Коринф ҡалаһында үтә. Унда хакимлыҡ иткән Кипелис ер алиһәһе Гея хөрмәтенә байрам ойоштора. Иң лайыҡлы дәғәүәсе алтын эйәһе тип нарыҡлана. Был башланғыс гректарға хуш килә, һәм ошоға оҡшаш бәйгеләр башта Афинала, һуңыраҡ бар ерҙә дә үткәрелә башлай. Эгей диңгеҙенең Лесбос утрауындағы ярыштар айырыуса киң билдәлелек яулай.
Боронғо Вавилонда матурлыҡ бәйгеһе еңеүсеһенә «һылыуҡай» исеме бирелеү менән бергә уға тәғәйен хаҡ та ҡуйылған: уның исеме әйтелгәс, ир-аттар ҡысҡырып хаҡты атаған. Артабан һылыу ҡыҙға өйләнеү өсөн уны ғаиләһенән конкурс һөҙөмтәһендә билдәләнгән нәҡ ошо аҡсаға һатып алырға кәрәк булған.
Боронғо Ҡытайҙа, шулай уҡ хәҙерге Перу биләмәләрендә ҡасандыр йәшәгән индеец ҡәбиләләренең Инкалар империяһында һәм Малайзия халҡында һылыуҙарҙы һайлау буйынса махсус ҡағиҙәләр булған. Еңеүсене билдәләгәс, йола нигеҙендә тантаналы шарттарҙа уны ҡан эскес алла йә рухҡа (затҡа) ҡорбан итеп биргәндәр.
Исламдың ҡаты ғөрөф-ғәҙәттәренә ҡарамаҫтан, Осман империяһындағы һәрәмдәрҙә иң һылыу йәриәне һайлап күңел асҡандар.
Австралия һәм Тымыҡ океан утрауҙары ҡәбиләләренең 20 быуатҡа тиклем үткәрелгән бәйгеләрендә кейәүгә сыҡмаған һөйкөмлө ҡыҙҙар шәрә килеш ярышҡан. Еңеүсене ауылдың «беренсе» егете кәләш итеп алған.
Уганданың матурлыҡ бәйгеләрендә йөҙ-бит һәм төҫ матурлығына айырым иғтибар бирмәй, ҡатын-ҡыҙҙар араһынан иң матур янбаш хужаһын һайлағандар. Ҡайһы бер еңеүселәрҙең арт һандары шундай ауыр булған, улар хатта сит ярҙамдан тыш аяҡтарына ла баҫа алмаған.
Рәсәй империяһында оҙаҡ ваҡыт батшаға ҡатынды конкурс буйынса һайлағандар һәм уға бөтөн дәүләттең бар ғаиләләренән ҡыҙҙарҙы йыйғандар. Социаль хәл һәм байлыҡ иҫәпкә алынмаған, беренсе урынға матурлыҡ һәм сәләмәтлек ҡуйылған. Приз — батша ҡатыны исеме һәм күп осраҡта тиҙ үлем йәки монастырь. Урыҫ батшалары шулай итеп ҡатындарын шаҡтай тиҙ алыштырған.
Европала бындай бәйгеләр хаҡында урта быуаттарҙа уҡ оноталар. Инквизиция заманының иң матур ҡыҙының сираттан тыш утта яндырылыу ихтималлығы ғына бик юғары булған. Христиан сиркәүе, ҡатын-ҡыҙҙарҙың иң һылыуҙары ла, иң шөкәтһеҙ һәм ғәриптәре лә мотлаҡ иблискә хеҙмәт итә һәм шунлыҡтан улар ошондай ҡиәфәткә эйә, тип һанаған.
Сығанаҡ: http://fact.inf.ua/p.html 2014 йыл 23 февраль архивланған. [16]
1888 йылдың 19 сентябрендә Бельгияның Спа ҡалаһында ҡатын-ҡыҙҙар араһында беренсе матурлыҡ бәйгеһе үтә. 350 кандидаттың 21-е финалға етә: тик ир-егеттән генә торған баһаман уларҙы ябыҡ ишек артында «ҡарап тикшерә». Францияның Кариб диңгеҙе утрауҙарында урынлашҡан диңгеҙ аръяғы департаменты Гваделупа вәкиле 18 йәшлек Берта Сукаре (франц. Bertha Soucaret) еңеүсе тип табыла һәм 5000 Бельгия франкы күләмендәге призға лайыҡ була.[17]
Иң әһәмиәтле халыҡ-ара матурлыҡ бәйгеләре (конкурстары):
«Донъя һылыуы» (ингл. Miss World) — йыл һайын үткәрелеп килгән халыҡ-ара матурлыҡ бәйгеһе. «Ер шары һылыуы», «Ғаләм һылыуы» һәм «Мисс Интернешнл» конкурстары менән бер рәттән донъялағы матурлыҡ бәйгеләренең иң абруйлыһы һәм дәрәжәлеһе һанала.
«Донъя һылыуы» конкурсын 1951 йылда Бөйөк Британияла продюсер Эрик Морли (1918—2000) үткәрә башлай. Уның ҡатыны Джулия Морли — иренең вафатынан һуң был шоу-тамашаның рәйестәше. Алда әйтелгәндәре менән бергә был матурлыҡ бәйгеһе лә донъяла иң билдәлеһе, конкурс финалын телевизорҙан 200-ҙән ашыу илдең тамашасылары ҡарай.
«Донъя һылыуы» тәүҙә ҡатын-ҡыҙҙарҙың бикини фестиваль-конкурсы итеп ойошторола, матбуғат уға «Донъя һылыуы» исемен бирә. Башта бәйгене бер тапҡыр ғына үткәреү планлаштырылған була. "Ғаләм һылыуы"ның ойошторолоуын белгәс, Морли үҙенең шоуын һәр йыл һайын үткәрергә ҡарар итә.
Бикиниға ҡаршы булған оппозиция беренсе конкурстан һуң уны ҡәҙимге һыу инеү кейеме менән алыштыртыуға өлгәшә. 1959 йылда Би-би-си бәйгене телевизор экрандарына сығара, был иһә шоү-тамашаның ғәйәт популярлашыуына килтерә.
Уҙған быуаттың 80-се йылдарында шоу-тамашаға ҡатнашыусыларҙың интеллект (фекерләү һәләте) кимәлен билдәләүсе һынамыштар өҫтәлә. Шуға ҡарамаҫтан конкурс үҙе тыуған Британияла иҫке модалы һәм сәйәси яҡтан шаҡтай әҙәпһеҙ итеп ҡарала. Йола буйынса Донъя һылыуы бер йыл Лондонда йәшәй. Конкурста Венесуэла вәкилдәре алты тапҡыр бәйге еңеүсеһе булды.
2016 йылдың 18 декабренән планетаның төп һылыуы титулын Пуэрто-Рико вәкиле Стефани Дел Валье йөрөтә[18].
Һуңғы алты йылда «Донъя һылыуы» титулын яулаусылар:
«Ер шары һылыуы» (англ. Miss Earth) — «Донъя һылыуы», «Ғаләм һылыуы» һәм «Мисс Интернешнл» халыҡ-ара матурлыҡ бәйгеһеләре менән бергә донъялағы иң абруйлы матурлыҡ бәйгеләренең береһе. Ул беренсе кимәл конкурстары араһында иң күп ҡатнашыусыларҙы йыя. 2001 йылда башланған бәйге Филиппинда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы эгидаһы аҫтында үткәрелә[26].
Конкурстың идеяһы — бөгөнгө көндәрҙәге гуманитар, тирә-яҡ мөхитте һәм тәбиғәт тереклеген һаҡлау проблемаларына йәмәғәтселек иғтибарын йүнәлтеү. Бынан сығып, барлыҡ ҡатнашыусылар бөтә Ер шарындағы һәм конкрет төбәктәрҙәге экологик хәлдәрҙе яҡшыртыуға ҡағылышлы халыҡ-ара проекттарын тәҡдим итәләр. Еңеүсе БМО-ның Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау программаһын тормошҡа ашырыу буйынса Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы вәкиле итеп билдәләнә.
Төрлө йылдарҙа «Ер шары һылыуы» (1-се урын), шулай уҡ Мисс Һауа (2-се урын), Мисс Һыу (3-сө урын) һәм Мисс Ут (4-се урын) исемдәрен түбәндәге ҡыҙҙар яулаған:
Йыл | Ер шары һылыуы (1-се урын) |
Мисс Һауа (2-се урын) | Мисс Һыу (3-сө урын) | Мисс Ут (4-се урын) | Ҡатнашыусылар һаны |
---|---|---|---|---|---|
2015 | 86 | ||||
2014 | 85 | ||||
2013 | 88 | ||||
2012 | 80 | ||||
2011 | 84 | ||||
2010 | 84 | ||||
2009 | 80 | ||||
2008 | 85 | ||||
2007 | 88 | ||||
2006 | 82 | ||||
2005 | 80 | ||||
2004 | 61 | ||||
2003 | 57 | ||||
2002 * | 52 | ||||
53 | |||||
2001 | 42 |
«Ғаләм һылыуы» (ингл. Miss Universe, урыҫса Мисс Вселенная) — йыл һайын үткәрелгән халыҡ-ара һылыулыҡ бәйгеһе, шулай уҡ алдағы конкурстар менән бер ҡатарҙан иң дәрәжәлеләр исемлегенә инә.
1951 йылда «Мисс Америка» бәйгеһендә еңеү яулаған Иоланда Бетбезе конкурстың эре бағыусыһы булған Pacific Mills компанияһы етештергән Catalina һыу инеү кейемдәрендә фотоға төшөүҙән баш тарта. Шуның өсөн Pacific Mills алдағы 1952 йылда «Мисс Америка» бәйгеһен үткәреүҙә ҡатнашыуын туҡтата һәм «Мисс АҠШ» исеме менән альтернатив конкурс һәм «Ғаләм һылыуы» тигән халыҡ-ара матурлыҡ бәйгеһе ойоштора. Калифорния штатының Лонг-Бич ҡалаһында уҙған беренсе конкурста Финляндия вәкиле Арми Куусела еңеүсе була. Бәйге 1955 йылда тәүге тапҡыр телевизорҙан күрһәтелә. 1971 йылға тиклем конкурс АҠШ-та үҙһа, 1972 йылдан ул йыл һайын яңы илдә ойошторола.
Артабан бәйге «Kayser-Roth», һуңыраҡ «Gulf and Western Industries» ҡулында булһа, 1996 йылда уны үткәреү хоҡуғын бизнсмен һәм сәйәси эшмәкәр Дональд Трамп һатып ала.
Конкурста ҡатнашыусы илдәр географияһы йылдан-йыл киңәйә бара. 21 быуат башынан уға Ҡытай (2002), Албания (2002), Вьетнам (2004), Грузия (2004), Эфиопия (2004), Латвия (2005), Ҡаҙағстан (2006), Танзания (2007) һәм башҡа ҡайһы бер дәүләттәр ҡушылды.
Рәсәй 1994 йылдан айырым ил булараҡ бәйгелә ҡатнаша. 2002 йылда уның еңеүсеһе исеменә Рәсәй һылыуы (Мисс России) Оксана Фёдорова лайыҡ була, әммә был исем менән бәйле барлыҡ йөкләмә һәм бурыстарҙы үтәй алмау сәбәпле ул титулын юғалта. Рәсәйҙең Краснодар крайы Туапсе ҡалаһында тыуған һәм 1994 йылда ата-әсәһе менән Канаданың Торонто ҡалаһына күсеп киткән һәм бынан алда Мисс Канада булған Наталья Глебова 2005 йылда «Ғаләм һылыуы» исемен ала.
Мисс Интернешнл (Miss International Beauty, The International Beauty Pageant) — кимәле һәм әһәмиәте буйынса донъялағы дүртенсе матурлыҡ бәйгеһе. Беренсе тапҡыр ул Америка Ҡушма Штаттарында, Калифорния штатындағы Лонг-Бич ҡалаһында 1960 йылда, «Ғаләм һылыуы» конкурсы Майамиға күсерелгәс, үткәрелә. 1967 йылғаса бәйге Лонг-Бичта, 1968—1970 йылдарҙа Японияла, бер генә урында, тағы ла «Экспо 70» күргәҙмәһе менән билдәле Осака ҡалаһында ойошторола. 1971 һәм 1972 йылдарҙа бәйге тағы ла Лонг-Бичҡа күсә. Бынан һуң инде ул һәр йыл һайын тағы ла Японияла уҙа. Был ил вәкиле Икуми Ёсимацу Мисс Интернешнл титулына 2012 йылдың 21 октябрендә лайыҡ була.
Ҡатнашыусыларҙың тышҡы ҡиәфәте генә иғтибарға алынмаған был бәйге шулай уҡ «Матурлыҡ байрамы» һәм хатта «Матурлыҡ ярышы» исемдәре менән дә билдәле. Конкурсанттар, «Тыныслыҡ һәм матурлыҡ илсеһе» образын тыуҙырып, ярҙамсыллыҡ, кеше хәленә инеүсәнлек, изгелек сифаттарын, яҡшылыҡ теләү һәм дуҫлыҡ мөнәсәбәттәрен һәм бер үк ваҡытта матурлығын, интеллектын да күрһәтергә тейеш. Иң мөһиме: башҡа илдәргә лояль ҡараш. Һуңғы бурыс — Ерҙә тыныслыҡ, изгелекле мөнәсәбәт, яҡшылыҡ теләү кәрәклеген һәм был төшөнсәләрҙе ныҡлы аңлау зарурлығын асып, ышандырырлыҡ итеп сығыш яһау.
«Һылыуҡай» республика бәйгеһе 1992 йылда Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы һәм Республика халыҡ ижады үҙәге тарафынан булдырыла, уны «Һомай» дефиле-театры" мәҙәниәт һәм ижадты үҫтереү студияһы менән ойошторола. Йыл һайын төп башҡорт һылыуҡайы исеменә һәләтле һәм амбициялы ҡыҙҙар көрәшә. Финалға сығыусыларҙың күбеһе артабан донъя кимәлендә уңышлы йәмәғәт һәм мәҙәниәт эшмәкәре, журналист, актёр, йырсы һәм супер-модель булып китә. Һуңғы йылдарҙа «Һылыуҡай» бәйгеһе Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта йәшәүсе республикабыҙ вәкилдәре араһында ла уҙа[27]. 2017 йылда милли бәйге 25-се тапҡыр уҙғарылды. Уның финалы 18 мартта «Башҡортостан» дәүләт концерт залы сәхнәһендә үтте.
«Һылыуҡай-2017» республика телевизион гүзәллек бәйгеһендә Өфөнән Земфира Байдәүләтова Гран-при яуланы. Ул ынйы таж менән бүләкләнде. Ҡазандан Ынйы Иҙелбаева беренсе урын алды. Икенсе урынды Ырымбурҙан Зилиә Агишева һәм Балтас районынан Юлиана Әмирйәнова бүлеште. Өсөнсө урын бер юлы өс ҡатнашыусыға — Нефтекаманан Алина Ғилмәтоваға, Салауат районынан Диана Шөғәйеповаға һәм Белорет районынан Әҙилә Әлибаеваға эләкте[28].
Ҡайһы бер илдәрҙә шулай уҡ ир-ат матурлығы бәйгеләре лә үткәрелә. Улар күп яҡтан ҡатын-ҡыҙҙарҙың матурлыҡ конкурстарына оҡшаш булһа ла, һуңғыларында тәү сиратта таҫыллыҡ, көс һәм атлетлыҡ кеүек ир-егет сифаттарына өҫтөнлөк бирелә. Мәҫәлән, Швейцарияла йыл һайын уҙғарылған бындай бәйгеләрҙең һуңында тауыш биреү юлы менән «Мистер Швейцария» асыҡлана[29].
Красота Викиһүҙлектә | |
Красота Викиөҙөмтәлә | |
Красота Викикитапханала | |
Красота Викимилектә | |
Красота Викияңылыҡтарҙа |