Варшава университеты (пол. Uniwersytet Warszawski) – Польшаның баш ҡалаһы Варшавала 1816 йылдың 19 ноябрь (ҡырпағай) көнө нигеҙ һалынған асыҡ университет.
1816 йылдың ноябрь (ҡырпағай) айында урыҫ батшаһы Александр I Станислав Костка Потоцкий һәм Станислав Сташиц инициативаһы менән ризалашып, 1808 йылда нигеҙ һалынған Хоҡуҡ һәм Идара Фәндәре Мәктәбен (Szkoła Prawa i Nauk Administracyjnych) һәм 1809 йылда барлыҡҡа килгән Табиптар Мәктәбен (Szkoła Lekarska, Akademicki Wydział Lekarski) берләштереп, Варшава Король Университетына (Królewski Uniwersytet Warszawski) нигеҙ һала.
Польшала ошо ваҡытта университет исемендә Король һүҙен ҡулланыу сәбәбе шунда: Рәсәй Империяһы менән Польша Короллеге шәхси берләшмә (unia osobowa) айҡанлы, Рәсәй императоры Польша ерҙәрендә король (Król) статусына эйә булған.
Ошо ваҡытта университетта 5 факультет булған:
Ошо факультетта уҡытҡан күренекле профессорҙар: Ян Бандтке (Jan Wincenty Bandtkie; Польша хоҡуғы тарихы) һәм Фридерик Скарбек (Fryderyk Skarbek; иҡтисад)
Факультеттың иң күренекле профессорҙары: Й. Миле (физиология), М. Ролинский (анатомия) һәм Й.Б. Фрейер (табиблыҡ матдәләре)
Факультетта уҡытҡан күренекле шәхестәр: В. Швейковский (руханилыҡ теологияһы) һәм П. Шиманский (Инжил фәне)
1825 йылда вафат булған Александрҙың иҫтәлегенә уның ҡустыһы, император Николай I, 1830 йылда университеттың исемен Король Александр университеты (Uniwersytet Królewsko-Aleksandrowski) тип үҙгәртә[1].
Студенттарҙың күпселеге ҡатнашҡан ҡырпағай ихтилалынан һуң университет ябыла.
1857 йылда Медицина-хирургия академияһы (табиблыҡ һәм фармация факультеттарынан тора), 1862 йылда иһә Варшавалағы Төп Мәктәп (Szkoła Główna Warszawska) асыла. Төп мәктәп ошо дүрт факультеттан тора :
Уҡыу йорто ректоры вазифаһын Юзеф Мяновский (Józef Mianowski) башҡарған. Мәктәп 1869 йылда, ғинуар ихтилалынан һуң ябыла.
Ошо исемле университет 1870 йылда барлыҡҡа килә. Беренсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында университет Дондағы Ростовҡа күсерелә һәм 1918 йылда барлыҡҡа килгән Дондағы Ростов Университетына нигеҙ була.
1915 йылдың яҙында генерал Ганс фон Безелер поляк телле Варшава Университетын яңынан асып ебәреп, уның рәсми Статутын ҡабул итә. 1920 йылда Варшава университетының Инжил теологияһы бүлеге асыла, унда Польшалағы протестант сиркәүҙәре, бигерәк тә Польша Инжил-Лютеран Сиркәүе өсөн руханиҙар (пасторҙар) һәм дин уҡытыусылары, шулай уҡ башҡа кадрҙар ҙа әҙерләнелә.
Егерменсе быуаттың утыҙынсы йылдарының башында Варшава университеты Польшалағы иң ҙур юғары уҡыу йорто булып китә: унда 250-гә яҡын профессор һәм доцент уҡыта, ә уҡыусылары һаны 10 меңдән дә арта. 1935 йылда, Юзеф Пилсудский вафат булғас, Университет Сенаты уҡыу йорто исемен Варшавалағы Юзеф Пилсудский университеты (пол. Uniwersytet Józefa Piłsudzkiego w Warszawie) тип үҙгәртә[2].
Польша ерҙәре Өсөнсө Рейх тарафынан алынғас, илдең бөтөн университеттары ябыла. Университет китапханалары һәм йыһазландырыуының күпселеге Германияның төп биләмәләренә күсерелә. Университеттың биналарында жандармерия командалары урынлаша. Оккупация хөкүмәте юғары рәүештәрҙә уҡытыуҙы тыйыуға ҡарамаҫтан, профессорҙарҙың күпселеге уҡытыуҙы үҙ йорттарында дауам итә. Польша Ҡаршылыҡ Хәрәкәтенең мөһим бер өлөшө булған серле уҡытыу структурҙары тап шулай барлыҡҡа килә. 1944 йылда ошондай уҡытыуҙа 300-ләгән уҡытыусы һәм 3500 тирәһе студент ҡатнаша, студенттарҙың күпселеге ҡаршылыҡ хәрәкәтенең ҡораллы көстәрендә лә хеҙмәт иткәне билдәле. Икенсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында университеттың 63 профессоры вафат була, университет биналарының 60%-ы, ә фондтарының 70-80 проценты юҡҡа сыға.
Һуғыштан һуң уҡыу йортона Варшава Университеты тигән исем ҡайтарыла. 1945 йылдың аҡъюлайында 4 меңләгән студент уҡыуҙы башлай.
Министрҙар Шураһының 1949 йылдың ҡарасайҙың 24 көнөндә ҡабул ителгән ҡарарына ярашлы, Медицина һәм Фармация факультеттары нигеҙендә айырым уҡыу йорто, Табиблыҡ (һуңынан Медицина Академияһы) барлыҡҡа килә. 1950 йылда Гуманитар факультет өс яңы берәмеккә бүленә, шулай итеп Фәлсәфә-Ижтимағи, Тарих һәм Филология факультеттары барлыҡҡа килә. 1954 йылда Инжил теологияһы һәм Католик теологияһы бүлектәре нигеҙендә яңы уҡыу йорттары төҙөлә: Христиан Теологияһы Академияһы һәм Католик Теологияһы Академияһы.
Билдәле мәҙәниәт белгесе Владислав Татаркевичҡа 1950 йылдан 1957 йылғаса уҡыусылар менән эш итеү тыйылған.[3]. 1951–1956 йылда Станислав Оссовский тик шәхси семинарҙар ғына ойошторған[4], ҡатыны Мария иһә Польша Фәндәр академияһында эшләгән[5].
1968 йылда университеттың Белосток ҡалаһындағы филиалы асыла, артабан уның нигеҙендә үҙ аллы Белосток университеты барлыҡҡа килә.
ПХР ваҡытында университет мөһим бер оппозиция үҙәге булғаны ла билдәле. 1966 йылдың ҡарасайында Лешек Колаковский университетта „Rozwój kultury polskiej w ostatnim 10-leciu” (башҡ. Һуңғы 10 йыл буйы поляк мәҙәниәте үҫеше), шуның өсөн Польшаның Берләшкән Эшселәр Фирҡәһенән сығарыла. 1968 йылдың буранайында университетта демонстрациялар үткәрелә, унда студенттарҙың күпселеге әүҙем ҡатнаша. Һөҙөмтәлә вазифаларҙан ошо кешеләр бушатыла: Стефан Жулкевский, Зигмунд Бауман, Лешек Колаковский, Бронислав Бачко һәм Мария Һиршович. 1980–1981 йылда университет етәкселегенең хоҡуҡһыҙ шәхси ҡарарҙарын тикшергән комиссия эшләй, уны университеттың буласаҡ ректоры Клеменс Шанявский етәкләй.
"Solidarność" ойошмаһы барлыҡҡа килгәндән һуңғы осорҙа ректор тәүге тапҡыр демократик рәүештә һайлана. Академик берләшмә һуғыш хәле ваҡытында вазифаһынан бушатылған билдәле медиевист (урта быуаттар тарихы белгесе) – проф. Хенрик Самсоновичты пол. Henryk Samsonowicz) ректор итеп һайларға тигән ҡарарға килә.
Анджей Богуславский 1981 йылдың 13 аҡъюлайынан алып 1982 йылдың майайҙың 16 көнөнә тиклем арест өҫтөндә тотолған. Клеменс 12 na 13 grudnia 1981 i zwolniony po 24 godzinach. 1982 йылдың һабанайында университеттың өс деканы: Йоанна Мантель-Нецько, Ядвига Пузынина (Университет Сенатының Ирекһеҙләнгәндәрҙең эштәре комиссияһы башлығы һәм сәркәтибәһе) һәм Ханна Сьвида-Земба арестҡа тотолғас, университетта эшләгән бөтә кешеләрҙең тикшереүҙәре башлана[6]. 1984 йылда министр Клеменс Шанявскийҙың ректор вазифаһына һайлағанын раҫламай.
1980 йылда Варшава Университеты музейы яңынан асыла; тәүбашта ул Казимир һарайында урынлаша, 2000 йылда иһә Тышкевичтар һарайына күсерелә. 1994–1998 йылдарҙа Повисле биҫтәһендә Варшава Университеты китапханаһының яңы бинаһы төҙөлә, 1999 йылда китапхана тулыһынса яңы бинаға күсә; 2007 йылда университеттың һанлы китапханаһы (e-bUW) барлыҡҡа килә.
Әлеге мәлдә университет 20 факультеттан тора:
Варшава Университеты нигеҙендә Польшаның төп студент ойошмалары эшләй:
Университеттың тарихи биналарында әлеге мәлдә лә уның идара органдары, ректорат һәм ҡайһы бер факультеттар Krakowskie Przedmieście биҫтәһендә урынлаша. Был кампусҡа инеү урыны булып тарих ҡомартҡыһы, Варшава университетының Төп ҡапҡаһы, тора. Төп кампустың биналары:
Төп кампусҡа инмәгән, әммә уның тирәһендә урынлашҡан биналар:
Төп кампустан түбәнерәк урында, Powiśle биҫтәһендә, Университет Китапханаһының яңы бинаһы төҙөлгән. Ул бина эсендә шулай уҡ Хоҡуҡ һәм Администрация бүлегенең бер өлөшө урынлаша. Беднарска (Bednarska) урамында Шәрҡиәт факультетының Кореанистика бүлексәһе, ә Броварна (Browarna) урамында Хәҙерге филология һәм Ҡулланма лингвистика факультеттарының ҡайһы бер бүлексәләре урынлаштырылған. Киләсәктә ошо биҫтәлә университеттың башҡа биналары ла төҙөләсәк.
Охота биҫтәһендә, Варшава университетынан башҡа, Медицина университеты һәм Польша Фәндәр Академияһы биналары ла урынлашҡан. ВУ-ның түбәндәге берәмектәренең биналары Охота биҫтәһендә урынлаша:
Исеме | Эшләгән йылдары |
---|---|
Швейковский, Войцех Анзельм (Szweykowski Ks. Wojciech) | 1818 — 1831 |
Шкродский, Юзеф Кароль (Skrodzki Józef Karol) | 1831 |
Цыцурин, Фёдор Степанович | 1857 — 1861 |
Мяновский, Иосиф Игнатьевич | 1862 — 1869 |
Лавровский, Петр Алексеевич | 1869 — 1872 |
Благовещенский, Николай Михайлович | 1872 — 1883 |
Лавровский, Николай Алексеевич | 1883 — 1890 |
Сонин, Николай Яковлевич | 1885, 1890 |
Будилович, Антон Семёнович | 1890 — 1892 |
Щелков, Иван Петрович | 1892 — 1894 |
Шалфеев, Михаил | 1894 — 1895; 1898 |
Ковалевский, Павел Иванович | 1895 — 1897 |
Зенгер, Григорий Эдуардович | 1897 — 1899 |
Ульянов, Григорий Константинович | 1899 — 1904 |
Зилов, Пётр Алексеевич | 1904 |
Карский, Евфимий Фёдорович | 1905 — 1911 |
Кудревецкий, Василий Васильевич | 1911 — 1912 |
Трепицын, Иван Николаевич | 1913 — 1914 |
Вехов, Сергей Иванович | 1914 — 1915 |
Брудзинский, Йозеф (Brudziński Józef) | 1915 — 1917 |
Антоний Костанецкии (Antoni Kostanecki) | 1917 — 1919 |
Станислав Йозеф Тугутт (Stanisław Józef Thugutt) | 1919 — 1920 |
Ян Кароль Кохановский (Jan Karol Kochanowski) | 1920 — 1921 |
Ян Мазуркевич (Jan Mazurkiewicz) | 1921 — 1922 |
Лукасевич, Ян | 1922 — 1923; 1931—1932 |
Игнацы Кошембар-Лысковский (Ignacy Koschembahr-Łyskowski) | 1923 — 1924 |
Францишек Крышталович (Franciszek Kryształowicz) | 1924 — 1925 |
Стефан Пеньковский (Stefan Pieńkowski) | 1925 — 1926; 1933—1936; 1945—1947 |
Болеслав Грыневецкий (Bolesław Hryniewiecki) | 1926 — 1927 |
Антоний Шляговский, рухани (Ks. Antoni Szlagowski) | 1927 — 1928 |
Густав Пшихоцкий (Gustaw Przychocki) | 1928 — 1929 |
Тадеуш Бжески (Tadeusz Brzeski) | 1929 — 1930 |
Мечислав Михалович (Mieczysław Michałowicz) | 1930 — 1931 |
Юзеф Уейский (Józef Ujejski) | 1932 — 1933 |
Влодзимеж Антоневич (Włodzimierz Antoniewicz) | 1936 — 1939 |
Ежи Модраковский (Jerzy Modrakowski) | 1939 |
Францишек Чубайский (Franciszek Czubajski) | 1947 — 1949 |
Ян Васильковский (Jan Wasilkowski) | 1949 — 1952 |
Станислав Турский (Stanisław Turski) | 1952 — 1969 |
Зигмунт Рыбицкий (Zygmunt Rybicki) | 1969 — 1980 |
Хенрик Самсонович (Henryk Samsonowicz) | 1980 — 1982 |
Казимеж Альбин Добровольский (Kazimierz Albin Dobrowolski) | 1982 — 1985 |
Клеменс Шанявский (Klemens Szaniawski; һайланған ректор) | 1984 |
Гжегож Бялковский (Grzegorz Białkowski) | 1985 — 1989 |
Анджей Каетан Вроблевский (Andrzej Kajetan Wróblewski) | 1989 — 1993 |
Влодзимеж Сивиньский (Włodzimierz Siwiński) | 1993 — 1999 |
Пётр Венгленьский (Piotr Węgleński) | 1999 — 2005 |
Катажина Халасиньска-Мацуков (Katarzyna Chałasińska-Macukow) | 2005 — 2012 |
Мартин Палыс (Marcin Pałys) | 2012 йылдан |